МӘҘӘНИӘТ
21 Ғинуар 2022, 11:03

«Ябай ҡулдан тыуҙырған матурлыҡ»

Атингән китапханаһында  матур кисә үтте

«Ябай ҡулдан тыуҙырған матурлыҡ»«Ябай ҡулдан тыуҙырған матурлыҡ»
«Ябай ҡулдан тыуҙырған матурлыҡ»

2022 йыл Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылы тип иғлан ителде.

Илебеҙ халыҡтарының йолаларын,боронғо кәсиптәрен тергеҙеү һаҡлау, үҫтереү сиктәрендә ,ауылыбыҙҙың йәме булған ағинәйҙәр һалҡын ҡыш булыуына ҡарамай, Атингән китапханаһына «Ябай ҡулдан тыуҙырған матурлыҡ» исемле кисәгә йыйылдылар.

Улар бар күңелдәрен һалып эшләгән эштәренең серҙәре менән уртаҡлаштылар.Байғабулова Йомабикә апай ырғаҡ менән күҙҙең яуын алырҙай ултырғыс ябыуҙарын бәйләп күрһәтте.Үҙ-ара эш тәжрибәһе  уртаҡлашыу кешеләрҙе бер- береһенә яҡынайтыу, дуҫлаштырыу, татыулыҡҡа өндәүҙең мөһим бер сараһы булып тора.

Улай ғына ла түгел , ҡул эштәре йәнгә рәхәтлек тә бирә. Кисәне дауам итеп матур йырҙар йырлап, сәй эсеп таралыштылар. Кисәлә ҡатнашыусыларҙы китапханасы "Милли биҙәктәрҙә - халыҡ тарихы" исемле китап күргәҙмәһе менән таныштырып үтте. Алтын ҡуллы « Ағинәйҙәр» халҡыбыҙҙың милли сифаттарын һаҡлап ҡалыу һәм дауам итеүселәр ҙә.

https://vk.com/id289773665

 

Автор:
Читайте нас