

Мәҙәниәт һәм рухи мираҫ йылын башлап Ивановка һәм Татыр - Үҙәк ауылдары ағинәйҙәре "Дуҫлыҡ күпере" тип аталған осрашыуға йыйылдылар.
Йыйын "Алтын тирмә" уйыны менән башланып китте. Уйын барышында бер-береһе менән танышып, башҡорт халыҡ уйындарын уйнап, халыҡ йырҙарын, бейеүҙәрен иҫкә төшөрөп, дәртле, күңелле ял иттеләр.
Һәр кем үҙенә йәшәүгә көс алып, тағы ла осрашырға һүҙ ҡуйышып таралыштылар.