


Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, режиссёр Әлмира Ҡыуатова, диктор, Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Наилә Ғәләүетдинова,
Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Риф Ғәбитов, яҙыусы, журналист, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты, "Шоңҡар" журналының баш мөхәррире, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Айгиз Баймөхәмәтовтарҙан торған эксперт советы ҡарары буйынса 12 кеше апрелдә үтәсәк финалда майҙан тотасаҡ. Улар кемдәр, тиһегеҙме?
Руслан Абдуллин, Күгәрсен районы,
Иҙел Алсынов, Йылайыр районы,
Таһир Вәхитов, Стәрлебаш районы,
Нияз Замалетдинов, Әбйәлил районы,
Варис Исҡужин, Мәскәү ҡалаһы,
Артур Кәбиров, Өфө ҡалаһы,
Марс Сәйетғалин, Әбйәлил районы,
Урал Таһиров,
Динар Тимершәйехов, Өфө ҡалаһы,
Салауат Шәмсетдинов, Өфө ҡалаһы,
Алина Шәрипова, Салауат ҡалаһы,
Олеся Яковлева (Хәмиҙуллина), Ейәнсура районы
II турға үтеүселәр араһынан ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында финалда ҡатнаша алмаусыларҙы түбәндәге бәйгеселәр алмаштырасаҡ:
Лилиә Ҡолдәүләтова, Әбйәлил районы,
Нәркәс Миңлебаева, Сибай ҡалаһы,
Фәнил Ҡарасурин, Стәрлетамаҡ ҡалаһы,
Зөбәржәт Үтәрбаева, Өфө ҡалаһы.