

Ябай ҙа, шул уҡ ваҡытта матурлыҡ өлгөһө лә булған яулыҡты элек-электән ололар, инәй-өләсәйҙәребеҙ ябынған.
Хәҙерге заманда ла яулыҡ ябыныу тенденцияһы артҡандан-арта. Был япма бөтә халыҡтарҙа ла, шул уҡ ваҡытта башҡорт халҡында ла борондан ҡатын-ҡыҙҙың тыйнаҡлығы, нәзәкәтлеге, баҫалҡылығы сағылышы булып торған. Дин ҡанундары буйынса ла яулыҡ ябыныу мотлаҡ. Зауыҡлы итеп ябына белһәң, бар ҡатын-ҡыҙға ла килешәлер, моғайын. Кемгәлер матурлыҡ, кемгәлер ҡабул ителгән ҡағиҙә булһа, берәүҙәргә ҡатын-ҡыҙҙҙың сәсен ҡаплап торған яулыҡ – ул әҙәплелек өлгөһө. Әбүбәкер ауылының уңған ҡатын-ҡыҙҙары ошо темаға арналған үҙенсәлекле сара уҙғарҙы.
"Яулыҡ байрамы" барышында һандыҡ төбөндә ятҡан төрлө яулыҡтарҙың тарихы яңғыраны. Таңсулпан Бохарбаева яулыҡ ябыныу буйынса оҫталыҡ дәрҽсҽ күрһәтте.
#Трҽзвоҽсҽло2021
#Айыҡауыл2021
Хәйбулла районы башҡорттары ҠОРОЛТАЙЫ