МӘҘӘНИӘТ
19 Ғинуар 2022, 08:42

Рәсәй йырсыһы Сибайға ни өсөн килгән?

Артист һәм музыкант Влад Соколовский белдереүенсә бындай аралашыуҙар бик мөһим.

Рәсәй йырсыһы Сибайға ни өсөн килгән?Рәсәй йырсыһы Сибайға ни өсөн килгән?
Рәсәй йырсыһы Сибайға ни өсөн килгән?

Күптәргә "Йондоҙҙар фабрикаһы" телешоуынан яҡшы таныш артист һәм музыкант Влад Соколовскийҙың Сибай ҡалаһына ни өсөн килеүе бер аҙ аптырашта ҡалдырғандыр. Баҡтиһәң, артист үҙенең һөйгәне Ангелина Суркованың ата-әсәһе менән яҡындан танышырға килгән.

Йәштәр ике йылдан ашыу бергә, ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса, Ангелина тиҙҙән әсәй буласаҡ. Влад Соколовскийҙың тәүге ҡатынынан ҡыҙы ла бар.

Йырсы белдереүенсә, бындай аралашыуҙар бик мөһим, сөнки йәштәр киләсәктә бергә булыуҙарын хәл иткән. Йәш парға бәхеттәр теләйбеҙ!

 

 

 

Фото: news.myseldon.com

https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2022-01-19/r-s-y-yyrsy-y-sibay-a-ni-s-n-kilg-n-2659859

Автор:Карима Усманова
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас