МӘҘӘНИӘТ
18 Ғинуар 2022, 15:33

Район музейы ишеге ябылмай

Оҙайлы ҡышҡы каникул осоронда ла бында кеше өҙөлмәне

Район музейы ишеге ябылмайРайон музейы ишеге ябылмай
Район музейы ишеге ябылмай

Ейәндәрен эйәрткән ҡартәсәйҙәр, ата-әсәләр балалары, ҡыҙҙар һәм малайҙар дуҫтары менән, башҡала ҡунаҡтары,  Бүребай, Подольск, Аҡъяр ауылдары мәктәптәре уҡыусылары,  социаль приют тәрбиәләнеүселәре, “Ғаилә үҙәге” оҙайлы каникулдар осоронда  тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында булды.

Музей хеҙмәткәрҙәре музей экспозициялары, “Хәйбулланың спорт ғорурлығы”, “Өләсәй һандығынан” тип аталған күргәҙмәләр буйынса фәһемле тематик экскурсиялар уҙғарҙы. Төрлө викторина һәм уйындар ойошторҙолар. Балалар  “Яңы йыл кәйефе” тигән уйын программаһында ихлас ҡатнаштылар.

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас