МӘҘӘНИӘТ
17 Ғинуар 2022, 09:54

Флүрә Килдейәроваға - 70

..

Флүрә Килдейәроваға - 70Флүрә Килдейәроваға - 70
Флүрә Килдейәроваға - 70

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Флүрә Килдейәрова юбилейы айҡанлы Салауат Юлаев ордены кавалеры исеменә лайыҡ булды. Уны йырсыға Башҡортостан мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова тапшырҙы.

Флүрә Килдейәрованы  Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында  билдәле сәнғәт әһелдәре, йырсының уҡыусылары һәм уның ижадын яратыусылар тәбрикләне. Танылған йырсы иң элек халыҡ, академия йырҙарын  башҡарыу оҫтаһы булараҡ билдәле. Уның киң диапазонлы, моңло тауышы  оҙаҡ йылдар башҡорт сәхнәһенән яңғырай һәм төрлө мәҙәни саралдарҙың йөҙөк ҡашы булып тора.

Шулай уҡ Флүрә Әхмәтша ҡыҙы Килдейәрова остаз, педагог, йыр бәйгеләрендә жюри рәйесе булараҡ та күп кенә йәш йырсыларға ижад донъяһында үҙ юлын табырға ярҙам итте, уларға ҡанат ҡуйҙы.

Башҡорт һандуғасына шулай уҡ Республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау адресы һәм Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы ла тапшырылды.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Автор:
Читайте нас