

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, республика оҫталарының һәм һөнәрселәренең әйберҙәре каталогына 70 эшҡыуар инде. Каталогта ҡулдан эшләнгән әйберҙәрҙең, халыҡ художество кәсептәре һәм һөнәрҙәренең иң яҡшы өлгөләре урынлаштырылған. Унда шулай уҡ оҫталарҙың һәм һөнәрселәрҙең эшмәкәрлеге һүрәтләнә, улар менән бәйләнешкә инеү өсөн мәғлүмәт бирелә. Теләге булған һәр кеше етештереүсе тураһындағы мәғлүмәт менән танышып, күңеленә хуш килгән әйбергә заказ бирә ала. Каталог Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (“Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы төҙөлгән.
– Башҡортостан – талантлы оҫталарға, ә республика халыҡтарының күп төрлө мәҙәниәте бизнес өсөн идеяларға бай. Һөнәрселек эшмәкәрлегенә дәүләт ярҙамы мауыҡҡан шөғөлдө килемле эшкә әйләндереү мөмкинлеген бирә. Һөнәрселәргә тауарҙарын маркетплейстарҙа урынлаштырырға ярҙам итәбеҙ, белем биреү саралары ойошторабыҙ, “Минең бизнесым” үҙәгендә улар “берҙәм тәҙрә” тәртибендә бизнес өсөн 150-гә яҡын дәүләт хеҙмәтенә эйә була ала. Быйыл 40-тан ашыу оҫта дәүләт ярҙамы менән бөтә Рәсәй кимәлендәге күргәҙмәләрҙә ҡатнашты. Әле иһә сағыу каталог донъя күрҙе, – тине Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов.
Әйткәндәй, каталог баҫылған рәүештә генә түгел, шулай уҡ электрон төрҙә лә таратыла. Электрон версияһы йыл һайын тулыландырыла.
Проекттың ойоштороусылары – Башҡортостандың Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү агентлығы, “Минең бизнесым” үҙәге, Халыҡ-художество кәсептәре һәм һөнәрселек эшмәкәрлеге үҙәге, республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса комитеты.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: biznestur.bashkortostan.ru/presscenter/news