

Былтыр уның иҫәбендә 3 мең аҡса булһа, 2022 йылдың 1 ғинуарынан "Пушкин картаһы" проектында ҡатнашыусы һәр кемдең картаһына дәүләт тарафынан 5 мең аҡса һалына. Ә былтыр тотонолмай ҡалғаны юҡҡа сығарыла.
Белеүегеҙсә, мәҙәни сараларға, театр, музей, концерт залдарына инеү хоҡуғын биргән был картаның электрон төрөн 14 йәштән 22 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар һәм егеттәргә Дәүләт хеҙмәттәре порталында теркәлеп алырға мөмкин. 1 февралдән "Пушкин картаһы"ндағы аҡсаның 2 меңен кино ҡарарға тотонорға ла рөхсәт итәсәктәр.
Кемдәрҙең картаһы бар, иҫәбегеҙгә 5 мең аҡса күстеме әле? Һорауҙарығыҙ булһа, 8-800-100-06-45 телефонына бушлай шылтыратып белешә алаһығыҙ.
Кемдәргә 14 йәш тулды, "Пушкин картаһы"н юллап, мәҙәни сараларға бушлай йөрөү мөмкинлеген ҡулланығыҙ, йәштәр.
Әйткәндәй, 2021 йылда Башҡортостан ошо карта менән билет алыу буйынса Рәсәйҙә беренселәр иҫәбендә булған.
Фото:riakchr.ru