

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшевты күптәр республикабыҙҙың төп Ҡыш бабайҙарының береһе тип белә. Ул беҙҙең менән өлкән улдары Айтуған менән Азаматтың балалар баҡсаһындағы Яңы йыл иртәлегенә бәйле ҡыҙыҡлы ла, бер аҙ һағышлы ла иҫтәлеге менән уртаҡлашты.
– Өлкән улдарым Айтуған менән Азамат Туҡай урамындағы балалар баҡсаһына йөрөнө. Бер мәл мөдир миңә шылтыратып, Яңы йыл иртәлегендә Ҡыш бабай булыуымды һораны. Мәктәпте тамамлағандан һуң был ролдә сығыш яһағаным юҡ ине, театрҙа эшләй башлауыма ла дүрт йыл ғына самаһы. Шулай ҙа үтесенесте кире ҡаға алманым, артыҡ теләгем булмаһа ла, ризалаштым.
Сценарий буйынса текст бирҙеләр. “Костюм бар, тик һеҙгә яраҡлы быйма юҡ, үҙегеҙ табығыҙ инде”, – тинеләр. Табаны көрәнерәк кейеҙ менән төпләнгән ҡара төҫтәге быймам бар ине – шуны кейҙем. Грим һалдым, һаҡал-мыйыҡ йәбештерҙем һәм өлкән улымдың иртәлеген башлап ебәрҙем. Бер мәл күрәм: улым бер аяғымдағы быймаға, бер миңә ҡарай. Күҙҙәре ҙур асылған, аптырауы, балаларса үкенесе йөҙөнә сыҡҡан. Эйе, ул мине таныны һәм кәйефһеҙ генә ситкәрәк барып ултырҙы, байрам барышында бейеменә лә, йырламаны ла. Шул хәлде иҫләһәм, баламдың мөғжизәгә, Ҡыш бабайға ышаныуын биш-алты йәшендә үк юҡ иттем тип, әле лә күңелемдән әсенеп алам. Ә бәләкәйе Азамат мине таныманы, рәхәтләнеп балалар ыңғайына һәләтен күрһәтте.
Ошо ваҡиға күңелемә ауыр тәьҫир иткәнгәме, өлкән улдарымды Ҡыш бабай булып ҡотламаным. 90-сы йылдар ҡатмарлы ғына осор булды бит, шулай ҙа шыршы төбөнә хәлдән килгәнсә бүләктәр һала инек. Ә инде 2001 йылда кинйәбеҙ Арыҫлан тыуғас, ғаиләбеҙгә был традиция килеп инде. Эшкә саҡырталар тип, коридорға сығып, алдан әҙерләгән Ҡыш бабай костюмын кейеп, бүләктәр һалынған тоғомдо аҫып, ҡыңғырау төймәһенә баҫып килеп инәм. Бәләкәсебеҙ һәләттәрен күрһәтә, хат яҙып һораған бүләген алып ҡыуана. Һәр кемгә бүләк тапшырып, “быныһы – атайығыҙға” тип, үҙемә лә ҡалдырып, хушлашып сығып китәм. Бер аҙҙан “ҡайтып” инһәм, ҡыуаныстан йөҙө балҡыған Арыҫлан: “Атай! Беҙгә Ҡыш бабай килде! Их, саҡ ҡына өлгөрмәнең!” – тип ҡаршы ала. “Эйе, лифттан сығып бара ине шул”, – тигән булам. Улыбыҙ үҫә төшкәс, мине танып ҡуймаһын тип, коллегаларымды Ҡыш бабай итеп саҡыра башланым. Шулай итеп, Арыҫланыбыҙ V-VI кластарға тиклем Яңы йыл мөғжизәһенә ышанып йәшәне, - матур иҫтәлектәре менән уртаҡлашты яратҡан артисыбыҙ.
Фото: Х. Үтәшевтың шәхси архивынан.