МӘҘӘНИӘТ
6 Ғинуар 2022, 08:26

2022 йыл Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы тип иғлан ителде

*

2022 йыл Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы тип иғлан ителде2022 йыл Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы тип иғлан ителде
2022 йыл Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы тип иғлан ителде

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2022 йылда Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылын уҙғарыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Дәүләт башлығының указы рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Бындай ҡарар "халыҡ сәнғәтен популярлаштырыу, мәҙәни традицияларҙы, тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын, этномәҙәни күп төрлөлөктө, бөтә Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының һәм этник берлектәренең мәҙәни үҙенсәлеген һаҡлау" маҡсатында ҡабул ителде, тиелә документта. Ике ай дауамында Рәсәй Хөкүмәтенә ойоштороу комитетын булдырырға, шулай уҡ Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылын уҙғарыу буйынса төп саралар планын әҙерләүҙе һәм раҫлауҙы тәьмин итергә ҡушылған.

2007 йылдан Рәсәй Федерацияһы президенты үҙенең указы менән киләһе йылды уға йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеү өсөн теге йәки был темаға арнай. 2008 йылда Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып Ғаилә йылы үткәрелде. 2021 йыл Фән һәм технологиялар йылы булды.

 

 

фото:Башинформ.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас