МӘҘӘНИӘТ
31 Декабрь 2021, 06:30

Айнур Асҡаровтың «Буран» фильмының премьераһы булды

«Буран» драмаһы 2016 йылдың ҡышында режиссерҙың тыуған яғында — Хәйбулла районында булған ысын хәл-ваҡиғаларға нигеҙләнгән.

Айнур Асҡаровтың «Буран» фильмының премьераһы булдыАйнур Асҡаровтың «Буран» фильмының премьераһы булды
Айнур Асҡаровтың «Буран» фильмының премьераһы булды

«Буран» драмаһы 2016 йылдың ҡышында режиссерҙың тыуған яғында — Хәйбулла районында булған ысын хәл-ваҡиғаларға нигеҙләнгән.

Мәскәүҙә Айнур Асҡаровтың Свердловск киностудияһында төшөрөлгән «Буран» фильмының премьераһы булды. Фильмда төп ролдәрҙе Ангелина Поплавская («Дылды», «Всё могло быть иначе», «Илья Муромец» сериалдары) һәм Александр Головин («Кадетство», «Папины дочки» сериалдары, «Сволочи», «Ёлки» фильмдары йондоҙо) башҡарған.

Фильмда автомобиль трассаһында күҙ асҡыһыҙ ҡаты буранда иҫән ҡалған хоккей йондоҙо Максим Ковалевтың тарихы бәйән ителә. Фильмдың слоганы — «Йондоҙло ауырыуын дауалап булмаймы?».

Сценарийҙы Айнур Асҡаров Рада Демент һәм Айҙар Аҡманов менән бергә яҙған. Фильмда шулай уҡ Михаил Сафронов һәм Маша Лобанова төшкән. ТАСС хәбәр итеүенсә, фильмдың бюджеты 45 миллион һум тәшкил иткән.

2020 йылда «Буран» Сямэнь ҡалаһында Ҡытайҙың «Алтын әтәс» кинопремияһының Рәсәй киноһы секцияһын асыу фильмы булды. Минскиҙа картинаның премьераһы 2021 йылдың 25 ноябрендә күрһәтелде.

2022 йылдың ғинуарында фильм онлайн-кинотеатрҙарҙа сыға.

 

 

 

 

 

Автор:Ләйлә Аралбаева
https://bash.bashinform.ru/news/culture/2021-12-30/m-sk-aynur-as-arovty-buran-filmyny-premiera-y-buldy-2640154
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас