

Яңы йыл - ул иң көтөп алынған һәм мөғжизәле байрам. Уны тылсымлы, серле, ғәжәйеп, ҡабатланмаҫ, һоҡланғыс тип атайҙар. Беҙ бөтә теләктәрҙең, сираттағы мөғжизәнең, яҡты әкиәттең, яңы бәхеттең үтәлеүен көтәбеҙ.
Кисә 30 декабрҙә Аҡъяр ауылының Төньяҡ-Көнсығыш паркында яңы йыл бал-маскарады уҙҙы. Барыһын да етеп килгән байрам менән Рөстәм Шәрипов ҡотланы. Бүләкләү тантанаһында йорт һәм бина фасадтарын Яңы йылда биҙәү буйынса конкурста еңеүселәргә һәм иң яҡшы боҙ скульптуралары өсөн Дипломдар һәм бүләк сертификаттары тапшырылды.
Яңы йыл программаһына ҡыҙыҡлы әкиәт персонаждары йәлеп ителде, ә Бал-маскарадта ҡатнашыусылар үҙ ҡулдары менән эшләгән бихисап эксклюзив карнавал костюмдары тәҡдим итте. Байрамда ҡатнашыусыларҙың барыһына ла күңел күтәренкелеге, яҡшы кәйеф, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыуҙан ҡотлауҙар йыл буйына күңел күтәренкелеге һәм көс-дәрт бирҙе. Яңы йыл байрамы бөтә ҡатнашыусыларға әкиәт тылсымы, күңел асыу һәм шатлыҡ тойғоһо бүләк итте.
Хәйбулла район мәҙәниәт йорто.