

Яңы йыл - йылдың иң бәхетле осоро. Яңы йылға донъяла бәхет аҙ ғына күберәк була башланы. Бәхет беҙгә тылсым, көтөп алған каникулдар, туғандарыбыҙ һәм яҡындарыбыҙ араһында баһалап бөткөһөҙ ваҡыт, мөғжизә тойғоһо бүләк итә. Эргә-тирәләге бөтөн нәмә шатлыҡ һәм сағыу тәьҫораттар менән һуғарыла.
Райондың төп шыршыһы янындағы Мәҙәниәт һәм ял паркында быйыл Ҡыш бабай резиденцияһы булдырылды. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу тирмәлә ҡунаҡтарҙы ҡабул итте, уларҙы эҫе сәй һәм йылы бәлештәр менән һыйланы. Теләгән һәр кем иҫтәлеккә фотоға төштө һәм яңы йыл шиғыры өсөн татлы бүләк алды. Ошонда уҡ сәхнәлә тамашасылар өсөн "Һыуыҡ дәүләттә, ҡарлы батшалыҡта..." яңы йыл әкиәте күрһәтелде.
фото:Хәйбулла мәҙәниәт йорто