МӘҘӘНИӘТ
18 Декабрь 2021, 18:19

Аҡмулла урамында әкиәт геройҙары!

Аҡъяр ауылының “Нур” клубы башлаған ихата уйындары балаларға бик оҡшай

Аҡмулла урамында әкиәт геройҙары!Аҡмулла урамында әкиәт геройҙары!
Аҡмулла урамында әкиәт геройҙары!

Был юлы  район үҙәгенең Аҡмулла урамы гөрләне генә. “Нур” йәштәр һәм үҫмерҙәр клубы хеҙмәткәрҙәре  ойошторған “Һаумы, Яңы йыл!” исеме аҫтындағы ихата уйындары дауам итә.

Аҡъяр балалары Аҡмулла урамында хәйләкәр Мәсекәй әбей, шаян Айыу һәм, әлбиттә, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән осрашты. Малайҙар һәм ҡыҙҙар яратҡан әкиәт персонаждары менән бергәләп уйындар уйнаны, йырланы һәм бейене.

Байрам аҙағында барыһы ла Ҡыш бабайҙан күстәнәстәр алып ҡыуанды

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас