Бөгөн район мәҙәниәт йортонда “Рух яҙыуы” район телевизион шиғриәт бәйгеһе еңеүселәре билдәләнде. Финалға сыҡҡан 13 бәйгесе араһынан Аҡъярҙан Ләйсән Йәнйегетова 1-се урынға лайыҡ булһа, Бүребай ауылынан Гөлназ Рәхмәтова Гран-при яуланы.