МӘҘӘНИӘТ
17 Декабрь 2021, 16:41

Атингәндә—“Мөғжизәләр яланы”!

Уйындың финалына сыҡҡан Раушания Сәйфуллина, суперуйында ла еңеп, төп приз алды!

Атингәндә—“Мөғжизәләр яланы”!Атингәндә—“Мөғжизәләр яланы”!
Атингәндә—“Мөғжизәләр яланы”!

“Айыҡ ауыл” бәйгеһе сиктәрендә, Атингән ауылы халҡы  “Мөғжизәләр яланы” күңел асыу программаһын ойоштороп, унда күрше Әбүбәкер ауылы халҡын саҡырҙылар.

Уйын Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмер йылына арналып,  “зәңгәр экран”да күрһәтелгән билдәле телешоу форматында үтте. Уйында ҡатнашыусылар үҙҙәре һәм шөғөлдәре тураһында ҡыҙыҡлы итеп һөйләнеләр. Барыһы ла ысын уйындағы кеүек!

Бындай сара беренсе тапҡыр ойошторолһа ла, бик мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы үтте. Уйындың финалына сыҡҡан Раушания Сәйфуллина, суперуйында ла еңеп, төп приз алды! Ҡалған ҡатнашыусылар ҙа дәртләндергес приздарға лайыҡ булды, ә тамашасылар яҡшы кәйеф  алды.


#трезвоесело
#айыҡауыл

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас