

Туймазы ҡалаһында «Тылсымлы ҡурай моңо» республика үҙешмәкәр ҡурайсылар конкурсы тамамланды. Быйыл 270 башҡарыусы үҙ оҫталығын күрһәтте. Конкурс Туймазы ҡалаһының «Родина» мәҙәниәт һарайында гала-концерт менән тамамланды.
Гран-приҙы Белорет районынан 77 йәшлек башҡарыусы - Мөхәмәт Тулыбаев яуланы. Жюри солистар араһында өс йәш категорияһында (12 йәшкә тиклем, 12-16 йәшлектәр, 16 йәштән өлкәндәр) еңеүселәрҙе билдәләне. Рөстәм Хәбиров (Туймазы ҡалаһы), Данил Тулыбаев (Хәйбулла районы), Рауил Шәрәфетдинов (Благовещен ҡалаһы), Алмас Тажетдинов (Салауат районы), Рәмил Хәсәнов (Баймаҡ районы) үҙҙәренең йәш категорияларында беренсе дәрәжә лауреаттары булды. Конкурстың иң йәш ҡатнашыусыһы - 7 йәшлек Нургиз Шәрипов (Өфө ҡалаһы).