МӘҘӘНИӘТ
16 Декабрь 2021, 16:50

Рәхимов урамында Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу ғына түгел, айыуҙар ҙа бейегән!

“Нур” клубы   урам уйындарына старт бирҙе

Рәхимов урамында Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу ғына түгел, айыуҙар ҙа бейегән!Рәхимов урамында Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу ғына түгел, айыуҙар ҙа бейегән!
Рәхимов урамында Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу ғына түгел, айыуҙар ҙа бейегән!

Аҡъяр ауылының Рәхимов урамында  йәшәгән балаларҙы хәрәкәтле күңелле уйындар, ҡыҙыҡлы конкурстар берләштерҙе.

Асыҡ һауала Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу, шулай уҡ Мәсекәй әбей һәм айыуҙар ҡатнашлығында уйындар, йыр һәм бейеүҙәр гөрләне.

Ә иртәгә 16.00 сәғәттә ошондай уҡ ҡыҙыҡлы сара Аҡмулла урамында ойошторола.

20 декабрҙә Төньяҡ-көнсығыш микрорайон паркында тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ “Ихата бум” үтә. Килегеҙ, ныҡ күңелле буласаҡ!

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас