

“Хәйбулла хәбәрҙәре” район гәзитенә йыллыҡ подпискаға яҙылыусылар араһында самауыр уйнатыла.
Әлеге ваҡытта редакцияла ни бары ике квитанция теркәлгән. Шәп самауыр өҫтәл түрегеҙҙә ултырып, тәмләп сәй эсәбеҙ тиһәгеҙ, ашығығыҙ! Беренсенән, йыл дауамында гәзитле булһағыҙ, икенсенән иҫтәлеккә редакция бүләге, бәлки, нәҡ һеҙҙеке булыр.
**
Тағы ла бер самауыр!
“Хәйбулла хәбәрҙәре” һәм “Хайбуллинский вестник” район гәзиттәренә бер юлы яҙылғандарҙы ла матур бүләк—самауыр көтә. Ҡышҡы тын кистәрҙә район гәзиттәрен уҡып, район яңылыҡтарына сумып, самауырлап сәй эсеү үҙе бер бәхет! Рухлы булығыҙ, беҙҙең менән ҡалығыҙ!
**
Аҙна һайын приз!
Был юлы ла, матур традицияға тоғро ҡалып, “Хәйбулла хәбәрҙәре”нә яҙылып, квитанцияларын теркәткән гәзит уҡыусылар араһында “Аҙна һайын приз!” тип аталған уйындар дауам итә. Бүләктәр араһында нимә генә юҡ! Көн дә кәрәкле һауыт-һаба, сәғәт, сәйнүктәр, бысаҡтар һәм тәрилкәләр йыйылмаһы, хатта аяҡҡа массаж яһаусы тәпешкәләр ҙә бар!
Әйҙәгеҙ, йәһәтләгеҙ, бүләктәр һеҙҙе көтә.
Мөхәрририәт.