МӘҘӘНИӘТ
6 Декабрь 2021, 17:15

“Эсмәгәс, тартмайым да”

Атингән мәҙәниәт йорто  “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә, сәләмәт тормош алып барыуға йүнәлтелгән флешмобҡа ҡушылды #айыҡауыл#хайбуллинскийрайон #антинганскийсдк

“Эсмәгәс, тартмайым да”“Эсмәгәс, тартмайым да”
“Эсмәгәс, тартмайым да”

Спорт байрамы күңелле зарядканан башланды. Сараға килгән ир-егеттәр күнекмәләр комплексын эшләп,  күңел күтәренкелеге алды. Шулай      уҡ дәртле көйҙәргә хәрәкәтле уйындар, флешмоб ойошторолдо. Бильярд, домино уйындары ҡыҙҙы.

Шахмат-шашка турниры күп шатлыҡ килтерҙе. Барыһы ла был уйындарҙа теләп ҡатнашты. Хатта бәләкәс ҡатнашыусылар ҙа шахмат таҡтаһы артында үҙҙәрен ышаныслы тотто, еңеү сәме менән янды.

Саралар ҡыҙыҡлы һәм күңелле үтте. Халыҡ араһында үткән һорауҙар буйынса,  70 процент халыҡтың эсмәүе һәм  тәмәке тартмауы асыҡланды. Был бик яҡшы күрһәткес!

 


#трезвоесело
#айыҡауыл
#эсмәгәстартмайымда
#уфамкрб
#Уфарцнтрб
#хайбуллинскийрайон
#антинганскийсдк

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас