МӘҘӘНИӘТ
1 Декабрь 2021, 04:18

Айнур Асҡаровтың “Йыл ғаиләһе” фильмын бушлай ҡаранылар

-

Айнур Асҡаровтың “Йыл ғаиләһе” фильмын бушлай ҡараныларАйнур Асҡаровтың “Йыл ғаиләһе” фильмын бушлай ҡаранылар
Айнур Асҡаровтың “Йыл ғаиләһе” фильмын бушлай ҡаранылар

Район хакимиәте мәғлүмәттәренә ярашлы, ошо көндәрҙә Языков ауылында заманса “Йондоҙло” кинотеатры асылды. Мәғлүм булыуынса, Языков ауылы Кино фондының 500 меңгә тиклем халҡы булған биләмәләрҙәге кино залдарына булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән конкурсында еңеп сыҡҡайны.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” федераль проекты буйынса Благовар районы заманса кино ҡорамалдары һатып алыуға грант отто. Был аҡсаға күп каналлы тауыш системаһы, ҡеүәтле һанлы проектор, экран, һынландырыу серверы һәм фильмдар күрһәтеү, билет һатыу өсөн башҡа ҡулайламалар һатып алдылар.

Ноябрҙең һуңғы көндәрендә кинозал тәүге тамашасыларын йыйҙы. Благовар районы хакимиәте башлығы Марат Йосопов беренсе кинофильмды күрһәтеү сараһын башлап ебәрҙе. Ул ауыл халҡын иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотланы. Был көндә тамашасылар талантлы башҡорт режиссеры Айнур Асҡаровтың “Йыл ғаиләһе” фильмын бушлай ҡараны.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/186171

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/186171

 

Автор:Лилия Давлетбакова.
Автор:
Читайте нас