МӘҘӘНИӘТ
29 Ноябрь 2021, 17:23

“Йәгеҙ әле, әсәйҙәр!”

Сиҙәм ауылында биш әсәй ҡыҙыҡлы бәйгелә ҡатнашты

“Йәгеҙ әле, әсәйҙәр!”“Йәгеҙ әле, әсәйҙәр!”
“Йәгеҙ әле, әсәйҙәр!”

Ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә Әсә көнө билдәләнә. Сиҙәм ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре китапханасы менән берлектә “Йәгеҙ әле, әсәйҙәр” тип аталған конкурс программаһын әҙерләне.

“Мәктәпкә портфель йый”, “Көлһылыу”, “Сәңгелдәк йырын йырла”, “Наҙлы һүҙ әйт” кеүек ҡыҙыҡлы конкурста биш әсәй кеше ҡатнашып, үҙҙәренең етеҙлеген, зирәклеген, сәхнә оҫталығын күрһәтте.  Бәйге араһында концерт номерҙары байрам кәйефе өҫтәне.

Ауыл биләмәһе башлығы О.Попова залда ултырған әсәләрҙе, ҡартәсәйҙәрҙе байрам менән ҡотланы,  оло быуынға бүләктәр тапшырҙы. Конкурсанттар ҙа приздар менән билдәләнде.

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас