

Ләйсән Япарова “Ҡарһылыуҡай-2021” халыҡ-ара конкурсына һайлап алыуҙарҙа ҡатнашып, финалға үтте.
Кастинг офлайн форматта үтте. Бәйге талаптары буйынса, унда ҡатнашыуға 7-10 йәштәге кескәйҙәр һәм 18-30 йәштәге ҡыҙҙар саҡырылды. Финал Өфө ҡалаһында “Торатау” конгресс-холында үтәсәк.
Ҙур составта Гран-при яулаусы башҡорт Ҡарһылыуы 300 мең һум аласаҡ. Ә 1-се, 2-се һәм 3-сө урындарға сығыусыларға 50, 30 һәм 20 мең һум күләмендә аҡсалата приз ҡаралған.
Финалда ҡатнашыусы башҡаларға ҡиммәтле приздар тапшырыласаҡ.
Хайбуллинский Рдк