

Һуғым һуйыу – борондан килгән һәм бөгөнгө көндә лә еренә еткерелеп үтәлә торған бик матур йолаларҙың береһе. Малды ҡар ятып, ныҡлы һыуыҡтар башланғас һуялар. Ул имен-аман ҡураға инеп, ныҡлап ашатылғас, һуғым өмәләре башлана. Башлыса йылына бер башҡарыла торған был мөһим эште туған-тыумаса, дуҫ-иш, күрше-күлән һәм ағай-эне бергә йыйылышып һуя.
Атингэн ауыл халҡы ла был саранан ситтә ҡалманы, көндәр һыуытыу менән һәр йортта тиерлек һуғым һуйыу эштәре башланды. Байгужина Тайва ғаиләһендә үткән йола үҙенең эстәлеге менән айырып торҙо, ғөрөф-ғәҙәттәргә оло иғтибар бүлде улар.
Өмәлә ҡатнашыусылар кисен йыйылып, тәмле ризыҡтарҙан ауыҙ итте. Һуғым ашы ашатыу йолаһы йыр-бейеүҙәр менән үрелеп барҙы. Һәр кемгә өлөш һалып, күстәнәстәр биреп ҡайтарҙы Байгужина Тайва апай.
Әйткәндәй, Атингэн халҡы быйыл Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнаша. Айыҡ тормошҡа өҫтөнлөк биреп, башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү өҫтөндә оло эш алап бара улар. Күптән түгел бында гөрләп ҡаҙ өмәһе үткән ине.
#УФАМКРБ#УФАРЦНТРБ#ХайбуллинскийРайон#АнтинганскийСДК