

Май сүлмәге тышынан билдәле, тигәндәй, йортоноң төҙөклөгө, ихатаның таҙалығы, баҡсаһының һәр ағасы, һәр түтәле ҡараулы булыуы – бында бар яҡлап оҫта һәм тырыш хужаның йәшәүенә ишара.
Һиҙемләүебеҙ юҡҡа булманы, ысынлап та, алтын ҡуллы, оҫта баҡсасы һәм шул тиклем һүҙгә маһир, йор һүҙле йорт хужаһы булып сыҡты Рауил Мәмбәтов. Әле уның оҫтаханаһы ролен буш торған теплица бинаһы үтәй. Бында ул йылы булһын өсөн яҡтылыҡ ярҙамында йылытыу ҡоролмаһы ултыртҡан, бөтә инструменттарын сығарып ҡуйған. Күңеле ҡушҡан бар һөнәрҙе лә үҙ иткән ул: кәрәк икән, боҙолған электр көнкүреш техникаһын да рәтләй, иҫкеләрен дә яңыртып ҡуя. Күберәк ауылдаштарҙың һәм туғандарҙың заказын үтәйем, ти Рауил Усман улы.
Хәйбулла районының Мәмбәт ауылында тыуып үҫкән егет Степной ауылына эш буйынса ғаиләһе менән 1981 йылда күсеп килә һәм ошонда төпләнеп ҡала. Ғүмере буйы электрик булып эшләй ул. Хаҡлы ялға сыҡҡас, яратҡан шөғөлө – баҡсасылыҡҡа тотона. Быйыл әллә күпме ашҡабаҡ үҫтереп алған, башҡаларҙа уңыш бирмәгән картуфы ла ныҡ уңған.
– Минең картуф сәсә торған, уны тырматыу, йыйыу өсөн махсус үҙем эшләгән ҡорамалдарым бар. Һәр ағас төбөнә, түтәлдәргә һыу торба аша килеп тора, уларҙы көн һайын ҡойоп йөрөү ҙә кәрәкмәй. Пенсионерҙың эше ни, ҡош-ҡорт аҫрайбыҙ, баҡса үҫтерәбеҙ. Көнөбөҙ ҙә үтеп ҡала, уңышы ла ҡыуандыра, балаларға ла ярҙам була, – ти әңгәмәсем.
Кәримә УСМАНОВА
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2021-11-19/bar-ya-lap-ma-ir-ul-2589349