МӘҘӘНИӘТ
9 Ноябрь 2021, 10:29

Яңы тәржемәсене һынап ҡарағыҙ

Башҡорт-рус, рус-башҡорт тәржемәсеһе ошо веб-сервиста тормошҡа ашырыла: https://bashkortsoft.ru/.  

Яңы тәржемәсене һынап ҡарағыҙЯңы тәржемәсене һынап ҡарағыҙ
Яңы тәржемәсене һынап ҡарағыҙ

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының “Bashkortsoft” проекты – башҡорт теленән руссаға һәм киреһенсә тулы һөйләмдәрҙе тәржемә итеүгә көйләнгән яңы башланғыс. Башҡорт-рус, рус-башҡорт тәржемәсеһе ошо веб-сервиста тормошҡа ашырыла: https://bashkortsoft.ru/.

Проект Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һаҡлауҙы, үҫтереүҙе һәм киңерәк танытыуҙы, шулай уҡ интернет-ресурстарҙа башҡорт телен ҡулланыуҙы киңәйтеүҙе маҡсат итеп ҡуя.

2020 йылда тупланған параллель мәғлүмәттәр нигеҙендә һигеҙ нейроселтәрҙән торған ансамблде көйләү башҡарылған. Башҡорт һәм рус телдәрендә бер иш материалдарҙы туплау, эшкәртеү дауам итә. 2021 йыл дауамында башҡорт телендә баҫылған яңылыҡтар ике телгә әйләндерелгән. Барлығы 14 меңдән ашыу интернет бит эшкәртеү үткән.

Диктор тарафынан һөйләнеп яҙҙырылған яҙмалар белгестәр тарафынан тикшерелгән. Дөйөм алғанда, 40 сәғәт дауамындағы 19892 һөйләм билдәләнгән.

Әлеге ваҡытта сайтта тест режимында телмәрҙе синтезлау эшкә ебәрелгән. Уны үҙегеҙгә ҡулай браузер аша тикшереп ҡарай алаһығыҙ, тик алдан кэшты таҙартырға тәҡдим ителә, сөнки сайт элекке версияла булыуы ихтимал.

“Наил Юнысовтың тауышы менән яҙҙырылған башҡорт телендәге текстарҙан торған компьютер программаһын булдырыу Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының проектына ярашлы атҡарылды. Уны теләге булған һәр кем bashkortsoft.ru сайтында һынап ҡарай ала. Сайттан ҡулланыусылар текстың башҡортса нисек яңғырауын тыңлау мөмкинлегенә эйә”, - ти сайтты булдырыусыларҙың береһе Айҙар Хөсәйенов.

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды хеҙмәткәрҙәре был проектты тормошҡа ашырыуҙың Башҡортостанда мәғлүмәти технологияларҙы, республиканың дәүләт телдәрен үҫтереүгә булышлыҡ итәсәгенә ышана.

 

 

 

 

 

Фото: Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
https://bashgazet.ru/articles/bash-ort-donya-y/2021-11-08/ya-y-t-rzhem-sene-ynap-ara-y-2575117
Автор:"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас