

Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов Бәйләнештә селтәрендәге сәхифәһендә ҡыуаныслы хәбәрҙәр еткерә.
“Бөгөнгө көндә белгестәр тарафынан И.Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжының 2-се корпусындағы актовый залы ошо маҡсатта әҙерләнә башлаған. Бында 6х2,9 метрлыҡ экран, лазерлы проекция ҡоролмаһы, заманса тауыш системаһы ҡуйыла, кинобилет системаһы булдырыла. 50 урынлыҡ тамашасы залына яңы уңайлы креслолар ҡуйыла.
Декабрь башында фильмдар күрһәтә башлау планлаштырыла. Тамашасылар картинка һәм тауыш сифаты менән ҡәнәғәт ҡалыр, тип ышанам. Сөнки бында ҙур ҡалаларҙың кинотеатрҙарында торған кеүек үк сифатлы ҡоролмалар ҡуйыла.
Кинозал асылыуы беҙҙең өсөн ысын байрам буласаҡ. Был проект “Кино фонды” программаһы иҫәбенә тормошҡа ашырыла,--тип яҙа Рөстәм Динислам улы.