

Хәйбулла районында Республика көнө сағыу ваҡиғалар менән иҫтә ҡаласаҡ. Район мәҙәниәт йортонда тантаналы сара үтте. Был байрам тыуған еребеҙҙең рухи һәм мәҙәни мираҫы, күп быуатлы тарихы менән ғорурланған республика халҡының берҙәмлеген һәм милләт-ара татыулығын символлаштыра. Башҡортостан етәкселегенең һәм халыҡтың берҙәм тырышлығы төбәктең артабанғы комплекслы үҫешеүенә һәм милли проекттарҙың уңышлы тормошҡа ашырылыуына ҙур йоғонто яһай.
Хәйбулла халҡын район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов байрам менән ҡотланы, хеҙмәт алдынғыларына маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары тапшырһа, күп бала үҫтергән әсәләр "Әсәлек даны" миҙалына лайыҡ булды. Тантаналы өлөшөнән һуң байрамда ҡатнашыусыларға район мәҙәниәте хеҙмәткәрҙәре тарафынан бай йөкмәткеле концерт ҡуйылды.
Республика көнө алдынан районда тағы бер ҡыуаныслы ваҡиға булды. Байғусҡар ауылында капиталь ремонттан һуң яңыртылған клуб үҙ ишектәрен асты. Байғусҡарҙарҙың шатлығын уртаҡлашырға Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрының урынбаҫары Гөлдәр Хәмитова, район башлығы Рөстәм Шәрипов, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова, район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Лариса Мәмбәтова һәм башҡалар килде. Ремонт өсөн бәтәһе 6 миллион һум аҡса бүленгән, бында бинаға тулыһынса ремонт эшләнгән, сәхнә яңыртылған, тамашасылар өсөн ултырғыстар алынған, сәхнә кейемдәре тектерелгән, музыка ҡорамалдары һатып алынған. Хатта клубта теннис өҫтәле бар, китапхана ҙур бинаға урынлашҡан. Хәҙер Байғусҡар ауыл мәҙәниәт йортона баш ҡала артистары килһә лә, сығыш яһау өсөн бар уңайлыҡтар бар.
Байрам тип кенә ултырманы хәйбуллалар, Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлек йылына һәм Республика көнөнә ҡарата район үҙәгендә еңел атлетика буйынса ярыш та ойошторҙо. Унда бөтәһе туғыҙ йәш төркөмөндә 70 спортсы ҡатнашты. Хатта ярышҡа Сибай ҡалаһын да "йүгерек" батырҙар килгән. Спортсылар Аҡъяр һыуһаҡлағысынан "Уңыш" стадионына тиклем, 7 километр алыҫлыҡта йүгерҙе. Иң бәләкәй ҡатнашыусыға 8 йәш булһа, иң олоһона - 56 йәш.