МӘҘӘНИӘТ
8 Октябрь 2021, 16:49

“Бирешмә!” финалға сыҡты

Конкурстың “көмөш” дипломы “Бирешмә” сериалының режиссеры - яҡташыбыҙ Гөлсәсәк Игебаеваға тапшырылды.

“Бирешмә!” финалға сыҡты“Бирешмә!” финалға сыҡты
“Бирешмә!” финалға сыҡты

“Тамыр” телеканалының “Бирешмә!” сериалы илдең төп телевизион конкурсы “ТЭФИ-Төбәк”тә финалға сыҡҡан өс проект иҫәбенә инде. Кисә Владикавказ ҡалаһында иң көслөләрҙе бүләкләү тантанаһы булды.

Быйыл конкурс 18 номинацияла үткәрелә, улар, үҙ сиратында, ике тематик йүнәлешкә бүленә: “Мәғлүмәти телетапшырыу” һәм “Мәғрифәт һәм күңел асыу телетапшырыуҙары”. Финалға сығыу хоҡуғын яулау буйынса 428 проект ҡаралған.

Кисә Төньяҡ Осетия академия театры сәхнәһендә уҙған бүләкләү тантанаһында конкурстың “көмөш” дипломы “Бирешмә” сериалының режиссеры Гөлсәсәк Игебаеваға тапшырылды.

– “Тамыр” телеканалы өсөн ТЭФИ йыл һайын профессионаллеккә имтихан тотҡан кеүек, һәм беҙ һынауҙы уңышлы тапшырҙыҡ! – тине Г. Игебаева. – “ТЭФИ-Төбәк”кә аралашыу мөмкинлеге, кәңәштәре, белемде арттырыу программалары, сикһеҙ ҡеүәт сығанағы булған өсөн рәхмәт! Беҙ яңы проекттар менән янабыҙ, һәм был – иң мөһиме.

Телеканал етәксеһе Гөлназ Ҡолһарина әйткәненсә, сериалдың  икенсе миҙгеле өҫтөндә эш пандемияға бәйле бик ҡатмарлы шарттарҙа барған. ”Уны төшөргән һәр көн аҙаҡҡыһы булырға мөмкин ине, ни өсөн тигәндә, берәү генә ковид менән ауырып киткән хәлдә лә бөтә эште туҡтатырға кәрәгер ине. Бәхеткә күрә, уңыш беҙҙең яҡта булды, һәм ул беҙҙе әлеге көнгә тиклем ташламай. “Тамыр”ҙың ифрат ижади командаһына рәхмәт! Шулай уҡ йәш тамашасыларыбыҙға, уларҙың аҡыллы ата-әсәһенә эш барышы менән ихлас ҡыҙыҡһынған, соцселтәрҙәрҙә дәртләндергес һүҙҙәр яҙып ҡалдырған, төшөрөүҙә әүҙем ҡатнашҡан өсөн рәхмәт! “ТЭФИ-Төбәк”те ойоштороусыларға “Ә” хәрефе өсөн рәхмәт – беҙҙең эштең атамаһы экранда башҡортса итеп “Бирешмә” тип яҙылғайны. Минең туған телемә ихтирамығыҙ өсөн рәхмәт! “ – тине ул.

Бүләктәр тупланмаһында туғыҙ Бронза Орфейы булған “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы үҫеп килгән быуынды рухи тәрбиәләү, башҡорт телен үҫтереү буйынса баһалап бөткөһөҙ эш башҡара. Канал коллективы бына инде 30-сы йыл туған телдә уникаль контент барлыҡҡа килтерә, алдына ҙур бурыстар ҡуя һәм уларҙы уңышлы атҡарып сыға.

Конкурстың финалы 23 – 26 ноябрҙә Санкт-Петербургта үтә. “Тамыр”ға уңыштар теләйек!

 

 

 

 

Автор:Равиля Гатауллина
https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2021-10-08/bireshm-final-a-sy-ty-2535987
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас