

- “Юлдаш” радиоһының Ырымбур өлкәһендә милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән Ҡыҙыл Гвардия районындағы Ҡыуандыҡ һәм Плешанов ауылдарында радиотапшырғыстары бар, шуға ла тыңлаусылары был өлкәлә күп. Улар менән күҙгә-күҙ осрашып аралашыу теләге ҙур булһа ла, әлеге пандемия шарттарына бәйле, был ниәтте киләсәккә ҡалдырып торорға тура килә. Шуға ла “Орлан” менән ойошторолған сәфәребеҙҙе интернет киңлектәрендә, онлайн һәм күсмә студиянан тулы яҡтыртырға тырышасаҡбыҙ, - ти радионың баш мөхәррире Миләүшә Ғәлиева. - Был акция тыңлаусыларыбыҙ һәм коллектив өсөн яңы мөмкинлектәр асыр, берләштерер, күтәренке кәйеф, өмөт өҫтәр тип ышанабыҙ. Сәфәрҙе ойошторорға ярҙам иткән “Рәсәй тимер юлдары” компанияһы етәкселегенә рәхмәт. “Орлан” поезының ике төбәк араһындағы бәйләнеште нығытыуҙа өлөшө ҙур булыр тип ышанабыҙ.
“Юлдаш” радиоһы коллективы менән Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хеҙмәткәрҙәре ла бара. Сит өлкәлә көн иткән милләттәштәребеҙҙең йәшәйеше, ойошторолған акция менән зәңгәр экрандар аша ла танышырға мөмкин буласаҡ.
Фото: "Юлдаш".