МӘҘӘНИӘТ
23 Сентябрь 2021, 16:08

Республика Башлығы рәхмәт белдерҙе

"Бөгөн тағы бер башҡорт фильмы ҙур донъяға сыҡты: Айнур Асҡаровтың "Йыл ғаиләһе" картинаһы Рәсәй кинотеатрҙарында күрһәтелә башланы".

Республика Башлығы рәхмәт белдерҙеРеспублика Башлығы рәхмәт белдерҙе
Республика Башлығы рәхмәт белдерҙе

Бөгөн республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙәр аша Айнур Асҡаровтың "Йыл ғаиләһе" фильмының прокатҡа сығыуына бәйле ҡыуанысы менән уртаҡлашты.

"Бөгөн тағы бер башҡорт фильмы ҙур донъяға сыҡты: Айнур Асҡаровтың "Йыл ғаиләһе" картинаһы Рәсәй кинотеатрҙарында күрһәтелә башланы.

Рәхмәтуллиндарҙың ҙур ғаиләһе – ябай, ҡыҙыҡлы, шуның менән бергә, меңәрләгән башҡа Рәсәй ғаиләһенә оҡшаған. Уларҙың иҫке генә автомобиле бар. Маҡсаттары – конкурста еңеп, аҡса отоу. Табыш артынан ҡыуып, улар ихтирам, мөнәсәбәттәр йылылығы, кешелектең төп ҡиммәттәре тураһында онота.

Фильм республиканың гүзәл урындарында – Өфөлә, Әбйәлил һәм Белорет райондарында төшөрөлгән. Айнур Асҡаров менән "Башҡортостан" киностудияһы фильмдар төшөрөү өсөн урындарҙы үҙебеҙҙә эҙләй, ошоноң өсөн уларға рәхмәт. Актерҙар ҙа – үҙебеҙҙеке.

Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров картинала ғаилә башлығын уйнай. Уның геройы Алмас Рәхмәтуллин – уңшһыҙлыҡтарға тарыһа ла, мөләйем, ғаиләһен ныҡ яратҡан кеше. Балаларҙы ла беҙҙең уҡыусы һәм студенттар башҡара.

Фильмды "Асҡарфильм" компанияһы республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы, "Башҡортостан" киностудияһы заказы буйынса Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды һәм Рәсәй кинематографистар союзының төбәк бүлексәһе ярҙамында төшөрҙө.

Инде беҙҙең үҙебеҙҙең, Башҡортостандың, сағыу һәм заманса фильмотекаһы формалашты: "Өс таған", "Һеңлекәш", "Өфөнән – һөйөү менән" һәм башҡалар. Хәҙер бына "Йыл ғаиләһе" лә өҫтәлде.

Бөтәбеҙҙе лә ҡотлайым һәм авторҙарға артабан да ижад итеүҙәрен теләйем!" – тип яҙҙы республика Башлығы.

 

 

 

Фото: "Башинформ".

Автор:Равиля Гатауллина
https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2021-09-23/respublika-bashly-y-r-hm-t-belder-e-2518676
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас