

29 октябрҙә тәүге тапҡыр Өфөләге “Тинькофф Холл” залында "Дәрүиш-хан" рок-төркөмөнөң концерты уҙасаҡ. Ул яңыртылған составта тыңлаусылар алдында сығыш яһаясаҡ.
Төркөм өсөн был тәүге яңғыҙ сығыш буласаҡ. Быға тиклем "Дәрүиш-хан" фестивалдәрҙә һәм төрлө концерттарҙа ғына ҡатнашты.
Сәхнәлә яратҡан легендар хиттар ғына түгел, яңы йырҙар ҙа яңғыраясаҡ. Бынан тыш, концертта 90-сы йылдарҙағы популяр артистар ҙа ҡатнашасаҡ.
“Тинькофф Холл”дағы "Мегазал. Колизео"лағы буласаҡ сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указжары нигеҙендә булдырылған “Мәҙәниәт” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыуҙа булышлыҡ итәсәк. Билдәле булыуынса, 2019 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла башлаған был милли проект үҙ эсенә “Мәҙәни мөхит”, “Ижади кешеләр” һәм “Һанлы мәҙәниәт” федераль проекттарын ала. Ул ҡалаларҙа ғына түгел, райондарҙа, төпкөл ауылдарҙа мәҙәни тармаҡты нығытыуға, халыҡты рухи йәһәттән үҫтереүгә, урындағы йәш быуындың һәләттәрен асыуға ҙур өлөш индерә.
Фото: "Бәйләнештә".
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан