

Таналыҡ ауыл биләмәһенең Бәйләнештә төркөмөндәге рәсми сәхифәһендә урындағы инициативаларҙы хуплау программаһының һайлап алыуҙы уңышлы үтеүе тураһында хәбәр ителә.
Мәҙәниәт усағын төҙөкләндереү ауыл халҡы тырышлығы менән башҡарылған, “Таналыҡ” ауыл хужалығы предприятиеһы бағмсылыҡ ярҙамы күрһәткән, респубика һәм ауыл биләмәһе бюджетынан аҡса бүленгән. Ауыл Советы етәкселеге ошо проектты тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашҡандарға рәхмәт белдерә.
Сығанаҡ: Бәйләнештә төркөмөндә Таналыҡ ауыл биләмәһе