

Ҡатын-ҡыҙҙарҙың сағыу осрашыуында район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Р.Рәсембәтованың сығышы, Л.Рәхмәтованың гүзәл заттарға фәһемле мөрәжәғәте, М.Хәйҙәрованың ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге тураһында һөйләүе бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
Хәтирә Ишемғолова һәм Зөлхизә Исмәғилевалар үҙҙәре эшләгән башҡорт халҡы биҙәүестәре тураһында һөйләне.
Сәриә Билаловың ҡул эштәре, Алина Тулыбаеваның милли биҙәүестәре, Гөлназ Суринаның тәмле һөт продукциялары күргәҙмәһе барыһына ла оҡшаны.
Гүзәл заттар был үҙенсәлкле осрашыуҙан рухланып, яҡшы кәйеф менән таралышты.