МӘҘӘНИӘТ
9 Сентябрь 2021, 09:44

Һөйөнсө: “Йыл ғаиләһе” фильмы прокатка сыға

Режиссер, яҡташыбыҙ Айнур Асҡаровтың бик шәп комедияһы ябай ғына, күп балалы Рәхмәтуллиндар ғаиләһе тураһында.Улар ҙур бурысҡа батҡан, приставтар ғаиләнең бар мөлкәтен тартып алмаҡсы. Рәхмәтуллиндар «Йыл ғаиләһе» конкурсында еңеү барыһынан да ҡотолорға ярҙам итер, тип өмөтләнә... Премьера 23 сентябргә тәғәйенләнгән.   Фильм  Өфө ҡалаһында, Әбйәлил һәм Белорет райондарының хозур урындарында төшөрөлгән.

Һөйөнсө: “Йыл ғаиләһе” фильмы  прокатка сығаҺөйөнсө: “Йыл ғаиләһе” фильмы  прокатка сыға
Һөйөнсө: “Йыл ғаиләһе” фильмы прокатка сыға

Кинофильм ябай, күп балалы Рәхмәтуллиндар ғаиләһе тураһында.

Улар ҙур бурысҡа батҡан, приставтар ғаиләнең бар мөлкәтен тартып алмаҡсы. Рәхмәтуллиндар «Йыл ғаиләһе» конкурсында еңеү барыһынан да ҡотолорға ярҙам итер, тип өмөтләнә. Ысынлап та шулай булырмы? Уныһын фильмда күрербеҙ.

“Кредит һәм бурыстар менән улар бер-береһен яратыуҙарын да онота. Беҙҙең кино аҡсаның тормошта мөһим булмауы тураһында. Сөнки аҡса артынан йүгереп, ғаиләбеҙ, яҡындарыбыҙ тураһында онотмабыҙ”,--ти  режиссер һәм продюсер Айнур Асҡаров. Тәүҙә “Йыл ғаиләһе” фильмы “Ҡфҡнән һөйөү менән” фильмының дауамы тип планлаштырыла, әммә эш барышында уның исеме лә, сценарий ҙа       үҙгәрә.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас