МӘҘӘНИӘТ
9 Сентябрь 2021, 16:32

Салауат Юлаев һәйкәленең яҙмышы билдәле булды

*

Салауат Юлаев һәйкәленең яҙмышы билдәле булдыСалауат Юлаев һәйкәленең яҙмышы билдәле булды
Салауат Юлаев һәйкәленең яҙмышы билдәле булды

Башҡортостан Башлығының "тура бәйләнеш"е барышында билдәле йәмәғәт эшмәкәре Зөһрә Бураҡаева Радий Хәбировҡа Салауат Юлаев һәйкәле яҙмышы тураһында һорау бирҙе.

– Минең һорауым башҡортса, сөнки ул башҡорт халҡының арҙаҡлы улы Салауат Юлаевҡа ҡағыла. Кешеләр батырыбыҙҙың һәйкәлен реставрациялау мәсьәләһенә бәйле борсолоу белдерә. Ремонттан һуң ул кире ҡуйылырмы, тигән һүҙҙәр ҙә йөрөй. Был мәсьәлә бар республика халҡын борсой. Икенсенән, һеҙгә тарихи шәхестәрҙең исемен ҡайтарыу йәһәтенән эш алып барғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Айырыуса Миңлеғәле Шайморатовтың исеме мөһим ине. Уға Герой исемен биреү өсөн күпме ҡултамға йыйҙыҡ! Ниһайәт, был бурыс атҡарылды. Оҙаҡламай уға Совет майҙанында һәйкәл дә ҡуйыласаҡ. Башҡа шәхестәрҙең дә исемен ҡайтарҙығыҙ, рәхмәт, - тине Зөһрә Бураҡаева.

– Был һорау бөгөн бик кәрәк ине. Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Греков уның буйынса айырым брифинг үткәрер тип уйлайым. Һәйкәл 1967 йылдан тора, әммә бер тапҡыр ҙа техник хеҙмәтләндереү булманы, ремонт эшләнмәне. Беҙ уны ентекләп тикшерҙек. Хәтеремдә, Өлфәт Мостафин шылтырата, һәйкәл ҡурҡыныс хәлдә, уны тикшерер кәрәк, ти. Тиҙ арала быны эшләмәһәк, юғалтыуыбыҙ бар, ремонтлайыҡ, ти. Һәйкәлдә лә, постаментта ла проблема бар. Беҙ быны белгәс, Санкт-Петербургтан махсус белгес саҡыртып, ныҡлап тикшерттек. Һөҙөмтә шундай: тиҙ арала ремонтларға кәрәк. Бәхәсләшмәйек, был эште тиҙ арала атҡармаһаҡ, һәйкәлде юғалтасаҡбыҙ. Икенсенән, нисек ремонтларға? Барыһын да дөрөҫ итеп эшләһәк, проект кәрәк, ул арзан түгел, күп аҡса талап ителә. Планда шул: киләһе йыл йәй һәйкәлде алып, ремонтты башлау. Аңлағыҙ, алмайынса ремонтлап булмай, уның ауырлығы ғына - 40 тонна. Шундай идея бар: әгәр техник яҡтан мөмкин икән, һәйкәлде аласаҡбыҙ һәм шул уҡ майҙанда быяла павильон ҡуйып, ремонт башлайбыҙ. Тимәк, кешеләр бында киләсәк, эш барышын күрәсәк. Әгәр инде белгестәр, улай ярамай, һәйкәлде махсус цехҡа алып китергә кәрәк, тиһә, улар менән ризалашырға тура килер. Эйе, Башҡортостанда һәр кем был урынды, һәйкәлде ярата. Уны мотлаҡ һаҡларға, ремонтларға тейешбеҙ, – тип яуапланы Радий Хәбиров.

 

 

Фото: Яндекс.Дзен

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2021-09-08/salauat-yulaev-yk-lene-ya-myshy-bild-le-buldy-2497635
 
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас