

Йәнтеш клубында “Бәләкәй Ватаным мәҙәниәте” программаһы сиктәрендә, 6 млн. һумға яҡын суммаға сәхнә костюмдары, музыка ҡорамалдары, спорт инвентары, йыһаздар һәм автобус алынған.
Байғусҡар ауылы клубы ла танырлыҡ түгел. Унда “Мәҙәниәт өлкәһендә муниципаль учреждениелар структураһын яңыртыу” программаһы буйынса 6,5 млн. һумға ремонт эшләнде. Клубта иҙәндәрҙе, электр һәм һыу менән тәьмин итеү системаларын алмаштырҙылар, стеналар буялды, территория төҙөкләндерелде.
Район мәҙәниәт йортонда ла йылытыу системаларын алмаштырыу буйынса эш башҡарылды.
Хәҙер халыҡ мөрәжәғәте буйынса Әбеш клубында ремонт башланды. Унда 2 млн. һумға яҡын суммаға йылытыу һәм электр системаһы алмаштырыласаҡ, стеналар, иҙән, ишек һәм түбә плиткалары яңыртыласаҡ.
Ҡыйығын алмаштырғандан һуң, Әбүбәкер клубы ла үҙгәреш кисерәсәк. Аҡташ һәм Пугачево ауылдары мәҙәниәт усаҡтарында яңы тәҙрәләр менән йылы һәм яҡты, яңыртылған стена һәм ишектәр менән таҙа һәм йәмле булып ҡалды.
Мәғлүмәт һәм фотолар муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповтың Бәйләнештә төркөмөндәге сәхифәһенән алынды