

Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һүҙҙәренсә, мәҙәниәт өлкәһендә белгестәргә ихтыяж — 360 кешенән ашыу. Тәү сиратта ауыл клубтарында һәм балалар сәнғәт мәктәптәрендә кадрҙарға ҡытлыҡ күҙәтелә. Тармаҡта эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең өстән бер өлөшө — пенсия йәшендә.
«Муниципаль мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә дәүләт ярҙамы саралары 2021 йылда һәр кемгә торлаҡ йәки ер участкаһы һатып алыу өсөн 500 мең һум күләмендә бер тапҡыр түләнә торған компенсация рәүешендә субсидия биреүҙе күҙ уңында тота, – тине министр. – Ярҙам мәҙәниәт өлкәһендә һөнәри белемгә эйә булған 35 йәшкә тиклемге белгестәргә күрһәтелә. Улар — 2018 йылдан ауылға йәки 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаға эшкә килгән мәҙәни-ял учреждениелары, китапханалар, музейҙар, мәҙәниәт өлкәһендә өҫтәмә белем биргән уҡытыусылар».