

Сахалиндағы Поронайск ҡалаһында Элвин Грейҙың (Радик Юлъяҡшин) "игеҙәге" барлыҡҡа килгән. Урындағы йырсы урамдағы байрамда билдәле псевдоним аҫтында "Черноглазая" йырын башҡара.
Артисты беҙҙең Радикҡа ныҡ оҡшаған тип әйтеп булмай. Әммә уның сәхнә кейеме лә, Элвин Грейға хас булғанса, үҙенсәлекле стилдә. Уның сығышын интернет селтәрендә күреп ҡалып, Юлъяҡшинға күрһәтәләр.
- Ғәжәпләндем, ләкин күңелем булды. Элвин Грей, "Ласковый май" кеүек, бер юлы бер нисә урында сығыш яһай ала, тимәк. Автор хоҡуғын боҙоуы яҡшы түгел, әлбиттә. Минең исем менән таныштырмаһын үҙен, мәҫәлән, "Элвин Грейҙың каверы" тиергә була. Минең менән бәйләнешкә сыҡһын, рәсми рөхсәт бирермен. Юғиһә беҙҙең компания санкция ҡулланыуы ихтимал. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылына 800 көн гастролдә йөрөү мөмкинлегем юҡ. Әммә башҡорт, татар музыкаһының һәр бер үтектән яңғырауынан үҙемде бәхетле тоясаҡмын. Йырҙарымды Владивостокта ла, Бангкокта ла кинәнеп тыңлаясаҡмын, – тигән Радик Юлъяҡшин ГорОбзор.ру порталы хәбәрсеһенә.
"Поронайская звезда" гәзите хәбәр итеүенсә, беҙҙе ҡыҙыҡһындырған артист – талантлы художество етәксеһе Сергей Ганиев.
Фото: Сергей Ганиевтың сәхифәһенән.