

Яҡташыбыҙ, билдәле режиссер Айнур Асҡаровтың «Семья года» («Йыл ғаиләһе») фильмы, Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы һәм Ә.Абразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы заказы буйынса, БР Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ күрһәтеү фонды ярҙамында «Асҡарфильм» компанияһы тарафынан төшөрөлгән. Комедия ҙур экрандарға көҙ сығасаҡ.
Иғтибар үҙәгендә – бурыстар арҡаһында берҙән-бер торлағынан мәхрүм ителеү янаған Хәйбулла районынан Рәхмәтуллиндарҙың күп балалы ғаиләһе. Үҙ йортон һаҡлап ҡалыу өсөн ғаилә иҫке микроавтобусҡа ултырып, 5 миллион һум сумма уйнатылған конкурста ҡатнашырға баш ҡалабыҙ Өфөгә юл тота һәм төрлө мажараларға юлыға.
Фото:Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы.