МӘҘӘНИӘТ
24 Август 2021, 07:27

Татыр-Үҙәк ағинәйҙәре – баш ҡалабыҙҙа

"Салауат Юлаев һәйкәле янында гармунсылар менән йырлап та, бейеп тә алдыҡ, ә композитор..."

Татыр-Үҙәк ағинәйҙәре – баш ҡалабыҙҙаТатыр-Үҙәк ағинәйҙәре – баш ҡалабыҙҙа
Татыр-Үҙәк ағинәйҙәре – баш ҡалабыҙҙа

Беҙ Татыр-Үҙәк ауылының “Ағинәйҙәр” ойошмаһы ағзалары, көндәр сараһыҙ эҫе тип тормай, баш ҡалабыҙ Өфөгә сәйәхәт ҡылдыҡ. Юл дауамында төрлө йырҙар йырлап, Башҡортостаныбыҙҙың гүзәллегенә: хозур тәбиғәтенә, бөхтә ҡала-ауылдарына һоҡланып барҙыҡ.

Баш ҡалабыҙҙың төрлө иҫтәлекле урындарында булып, илһам көсөн, дәрт-дарман алып, рәхәтләнеп ял иттек. Өфө ҡалаһын хәҙер танырлыҡ түгел, йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлана.  Салауат Юлаев һәйкәле, Ете ҡыҙ фонтаны, Дуҫлыҡ монументы һәр беребеҙҙә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Милли батырыбыҙ – Салауат Юлаев һәйкәле янында гармунсылар менән йырлап та, бейеп тә алдыҡ, ә композитор Заһир Исмәғилев һәйкәле эргәһендә үҙем башҡырыуында шиғыр һөйләп ишеттерҙем.

Ғөмүмән, баш ҡалабыҙға сәйәхәт һәр кемебеҙҙең күңеленә хуш килде. Беҙҙең Башҡортостаныбыҙҙан да матур ер юҡтыр донъяла.

 

 

Раушания Таҡаева.

Татыр-Үҙәк ауылы.

Татыр-Үҙәк ағинәйҙәре – баш ҡалабыҙҙа
Татыр-Үҙәк ағинәйҙәре – баш ҡалабыҙҙа
Татыр-Үҙәк ағинәйҙәре – баш ҡалабыҙҙа
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас