

“Китап” нәшриәтендә яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың яңы китабы донъя күрҙе. “Тамырҙар һәм олон” йыйынтығы яҙыусының 80 йәше тулыуы алдынан баҫтырылған.
Әҙәби-художестволы баҫмаға Ҡәҙим Аралбайҙың 55 йыл дауамында ижад ителгән башҡорт һәм рус телдәрендә публицистик хеҙмәттәре һәм хикәйәләре ингән.
Шулай уҡ бында Шәйехзада Бабич, Зәйнәп Биишева, Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Нәжип Асанбаев, Йомабай Иҫәнбаев, Рауил Бикбаев, Таңсулпан Ғарипова һәм башҡа күренекле яҙыусылар һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре тураһында очерктар һәм мәҡәләләр тәҡдим ителә. Бынан тыш китапта иҫтәлектәр, ғилми эҙләнеүҙәр һәм фотоматериалдар урын алған.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы