

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы Башҡортостанда “Мәҙәни мөхит” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.
Ошо көндәрҙә Салауат Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжына "Petrof" маркалы концерт рояле һатып алынды. Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, музыка ҡоралына аҡса “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса бүленгән.
1864 йылда Антонин Петроф нигеҙ һалған легендар компания етештергән музыка ҡоралдары сифатлы булыуы, пианистарҙың талаптарына тулыһынса яуап биреүе менән билдәле. "Petrof" рояле киң башҡарыу мөмкинлегенә, сағыу тауышҡа эйә.
"Яңы уҡыу йылы алдынан шундай ҙур бүләк алыуыбыҙға уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа бик шат", – ти колледж директоры Айгөл Ғимазетдинова.
#ВладимирПутин #национальныепроекты #нацпроекты
#региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан
Фото: bashinform.ru