МӘҘӘНИӘТ
6 Август 2021, 12:06

«Косилка, молотилка», «Наза», «Бер, ике, өс» ,«Әйләнәбеҙ кругом»...

Район музейы эргәһендәге майҙансыҡта музей хеҙмәткәрҙәре  «Ҡош юлы» халыҡ фольклор коллективы менән берлектә 1-се  Аҡъяр мәктәбе янындағы көндөҙгө лагерь уҡыусылары менән халыҡ балалар уйындары ойошторҙо

«Косилка, молотилка», «Наза», «Бер, ике, өс» ,«Әйләнәбеҙ кругом»...«Косилка, молотилка», «Наза», «Бер, ике, өс» ,«Әйләнәбеҙ кругом»...
«Косилка, молотилка», «Наза», «Бер, ике, өс» ,«Әйләнәбеҙ кругом»...

5 август көнө музей эргәһендәге майҙансыҡта музей хеҙмәткәрҙәре райондың «Ҡош юлы» фольклор коллективы менән берлектә 1-се һанлы Аҡъяр мәктәбе янындағы көндөҙгө лагерь уҡыусылары менән халыҡ балалар уйындары ойошторҙо: «Косилка, молотилка», «Наза», «Бер, ике, өс», «Батырың булһа, ебәреп ҡара» ,«Әйләнәбеҙ кругом».

Фольклор коллективы етәксеһе Миңзифа Ибраһим ҡыҙы Ишемғолова уйындарҙың әһәмиәтен аңлатһа, Алһыу Әхмәтсафа ҡыҙы Юлдашбаева менән Фәүзиә Әмирхан ҡыҙы Аллабирҙина бабаларға хәрәкәттәрҙе күрһәтеп, рәхәтләнеп улар менән бергә уйнанылар.

Уйын барышында һәр бала тигәндәй үҙ һөнәрен күрһәтте. Сара балаларға бик оҡшаны.

 

 

 
Автор:
Читайте нас