МӘҘӘНИӘТ
5 Август 2021, 10:12

Хәйбуллалар өҙә баҫа ла ҡуя

“Байыҡ-2021” республика телевизон конкурсының Гала-концертында ҡатнашҡан 1500 йәш бейеүселәр араһында Айгиз Нураев соло номинацияһында Гран-при дипломын яуланы. “Хәйбулла ансамбле” балалар өлгөлө хореография ансамбле  лауреат дипломына лайыҡ булды.

Хәйбуллалар өҙә баҫа ла ҡуяХәйбуллалар өҙә баҫа ла ҡуя
Хәйбуллалар өҙә баҫа ла ҡуя

Быйыл “Байыҡ-2021” телевизон конкурсында һайлап алыу туры онлайн форматта үтеп,  һәр номинация буйынса иң яҡшылар һайлап алынды.

“Хәйбулла” балалар өлгөлө хореография ансамбле  урындағы фольклорға нигеҙләнгән “Бергә баҫайыҡ әле” бейеүе аша оҫталығын күрһәтте. Соло номинацияһында Айгиз Нураев “Генерал Циолковский” бейеүен тәҡдим итте.

Бәйгеселәрҙе бүләкләү тантанаһында “Хәйбулла ансамбле” лауреат дипломына лайыҡ булды. 3 йәштән 15 йәшкә тиклемге  башҡорт бейеүҙәрен башҡарыусылар араһында Айгиз Нураев Гран-при дипломын яуланы. Ансамль етәксеһе—юғары категориялы өҫтәмә белем биреү педагогы Ю.Мортазинға “Байыҡ” телевизион конкурс үҫешенә индергән өлөшө өсөн  Рәхмәт хаты тапшырылды.

 

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас