

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров үҙ сәхифәһендә былай тип яҙа:
“ 2015 йылдағы янғын Сибай ҡалаһы филармонияһы бинаһын тотошлай ялманы, бары тик өс стенаға ғына ут теймәгәйне. Филармонияны бындай аяныс хәлдә ҡалдырырға теләмәнек, шуға күрә 2019 йылда ҙур реконструкция башланды. Барлыҡ ремонт эштәрен былтыр, Сибайҙың 65 йыллығына, тамамларға ниәтләгәйнек, әммә коронавирус ҡамасауланы.
Янғындан һуң, бина тулыһынса үҙгәртелде, тамашасы залы 500 урынға тиклем арттырылды, бәләкәй зал өсөн дә урын бүленде. Иң мөһиме—беҙ филармонияның уникаль архитектураһын һаҡлап ҡалдыҡ. Бынан тыш, яңы корпус төҙөлдө, территория төҙөкләндерелде, инженер системаһы эшләнде.
Яңыртылған Сибай филармонияһы тиҙҙән, сентябрҙә асыла. Ысын тауыш һәм заманса майҙансыҡ -- Амина Шафикова, Рустем Афзалов концерттар көнөн билдәләгеҙ (барлыҡ эпидемиологик сараларҙы күҙәтеп) һәм ҡунаҡҡа саҡырығыҙ!”.
Мәғлүмәт һәм фото: