МӘҘӘНИӘТ
2 Август 2021, 10:29

Шүлгәнташ мәмерйәһендә беренселәрҙән булып ҡулға эйәләштергән ҡырағай ат һүрәте төшөрөлгән.

Тарихсылар әйтеүенсә, аттар 4 мең йыл элек Урал тауҙарына яҡын ерҙә ҡулға эйәләштерелгән булырға тейеш. Быны боронғо ҡурған-ҡәберлектәрҙә табылған йылҡы һөйәктәре дәлилләй.

Шүлгәнташ мәмерйәһендә беренселәрҙән булып ҡулға эйәләштергән ҡырағай ат һүрәте төшөрөлгән.Шүлгәнташ мәмерйәһендә беренселәрҙән булып ҡулға эйәләштергән ҡырағай ат һүрәте төшөрөлгән.
Шүлгәнташ мәмерйәһендә беренселәрҙән булып ҡулға эйәләштергән ҡырағай ат һүрәте төшөрөлгән.

Иректә йәшәгән, кешеләр һунар иткән ат ҙур башлы, йыуан муйынлы, нәҙек оҙон ботло һәм йыуан ҡорһаҡлы булған.

Белгестәр Шүлгәнташта һүрәтләнгән атты 15-20 мең әүәл ошо тирәлә йәшәгән ҡырағай хайуан тип билдәләй.

Әле мәмерйәләге боронғо йылҡы һүрәттәрен Һамар ҡалаһынан килгән белгестәр өйрәнә. Улар «Тәүтормош сәнғәтендә ат образы» тип аталған программа өҫтөндә эшләй. Проекттың етәксеһе – Волга буйы археология музейы мөдире, тарихсы-ғалим Павел Кузнецов.

 

Автор:
Читайте нас