МӘҘӘНИӘТ
29 Июль 2021, 18:00

Ҡурай – уға йән өрөүсе ҡурайсыһы булғанда ғына тылсым таяғы

Унһыҙ ул – ҡоро ҡыу һабаҡ. Оҫта ҡурайсы уны һандуғас урынына һайратыр, кәкүк булып саҡыртыр.

Ҡурай – уға йән өрөүсе ҡурайсыһы булғанда ғына тылсым таяғыҠурай – уға йән өрөүсе ҡурайсыһы булғанда ғына тылсым таяғы
Ҡурай – уға йән өрөүсе ҡурайсыһы булғанда ғына тылсым таяғы

Арҙаҡлы райондашыбыҙ Илбәков Ишморат Ҡәйүм улы 1963 йылдың 10 февралендә Башҡорт АССР-ының Хәйбулла районы Ғәлиәхмәт ауылында Ҡәйүм һәм Ырыҫбикә Илбәковтар ғаиләһендә тыуған.


Ишморат Ҡәйүм улы бала саҡтан гармунда һәм тальянда уйнай. 1978 – 1982 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһында ҡурайҙа уйнау серҙәренә өйрәнә.
1982 – 1984 йылдарҙа Камчаткала армия сафында хеҙмәт итә.


1996 йылда Ҡорманғаҙы исемендәге Ҡаҙаҡ милли консерваторияһының халыҡ музыкаһы факультетын тамамлай.
Ишморат Ҡәйүм улы БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1989), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997) дәрәжәһенә лайыҡ була. Ул бөгөнгө көндәрҙә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы ҡурайсыһы булып эшләй.


Репертуарында башҡорт халыҡ йырҙарының инструменталь варианттары бар, шулар иҫәбенән “Абдрахман кантон”, “Азамат”, “Буранбай”, “Ғилмияза”, “Зөлхизә”, “Ҡаһым түрә”, ҡурай өсөн үҙенең “Атлы үҫәргән”, “Ислам көйө”, “Мәмдүҙә” пьесалары, башҡорт, урыҫ һәм сит ил композиторҙарының әҫәрҙәре, донъя халыҡтарының көйҙәре бар. Ә.Исмәғилева һүҙҙәренә “Ғәйепләмә”, Ф.Илбәкова һүҙҙәренә “Шаян ҡыҙ Зөлхизә”, “Ырыҫбикә”, “Ялтыр баш Мөйәм ҡарт” һ.б. йырҙар авторы.


Яҡташыбыҙ Ишморат Илбәков, ҡурайсы булараҡ, бөтә тондарҙы ла үҙе уйлап сығарған алымдар менән бер ҡурай эсенә һыйҙырыуға өлгәшеп «ишҡурай» тип атай һәм патентын яҡлай (1987). Мәскәү олимпиадаһының мәҙәни программаһында (1980), Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивалендә (Мәскәү, 1985), Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көндәрендә (1997) ҡатнаша. Рәсәй буйлап һәм донъяның 25 илендә гастролдәрҙә була. “Хоомей” Республика өзләүселәр фестивале (Ҡыҙыл ҡалаһы, 1981), Бөтә Рәсәй халыҡ бейеүҙәрен яңғыҙ башҡарыусылар һәм балетмейстерҙары‐бейеүҙәрҙе сәхнәгә ҡуйыусылар конкурсы (Һамар ҡалаһы, 1993) лауреаты, Й.Иҫәнбаев исемендәге призы, Республика ҡурайсылар конкурсы (Өфө, 1979), бөтә Рәсәй һирәк милли традицион муз. ҡоралдарында уйнаусылар смотр‐конкурстары (Краснодар ҡалаһы, 1985; Тула ҡалаһы, 1986) дипломанты.

ҠУРАЙ иле - Хәйбулла

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас