

Мәҡәләм геройы – Башҡортостандың мәғариф отличнигы, 1-се Аҡъяр урта мәктәбенең уҡытыусыһы һәм уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары Лилиә Абдуллина ғүмерен йәш быуынға белем-тәрбиә биреүгә бағышлаған.
Лилиә Вәхит ҡыҙы Ивановка ауылында күмәк балалы ғаиләлә тәрбиәләнә. Төплө белем биргән, үҙ эшен мөкиббән китеп яратҡан уҡытыусыларына ҡарап киләсәктә тап ошо һөнәр эйәһе булыу теләге менән яна ул. Урта мәктәпте тик яҡшы билдәләренә генә тамамлаған тырыш, ныҡышмал ҡыҙ Сибай педагогия колледжына уҡырға инеп, 2002 йылда уны уңышлы тамамлай. Хеҙмәт юлын үҙе белем эстәгән тыуған мәктәбендә «балалар хәрәкәте» ойоштороусыһы булып башлай. Белемен артабан камиллаштырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған Лилиә Вәхит ҡыҙы Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтына ситтән тороп уҡырға инә һәм ошо уҡ йылда мәктәптә биология фәненән белем бирә башлай. Күңел ятҡан һөнәренә ең һыҙғанып тотонған йәш белгәс тиҙ арала мәктәп коллективында абруй яулай, уҡыусылары араһында ихтирам ҡаҙана һәм уға ышаныс белдереп, уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. Ярайһы уҡ тәжрибә туплаған, уңыштары менән ҡыуандырған, үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәткән Лилиә Вәхит ҡыҙын 2017 йылда район мәғариф бүлегенә методист итеп эшкә саҡыралар. Ошо өлкәлә өс йыл уңышлы эшләгәндән һуң үҙен мәктәпһеҙ, уҡыусыларһыҙ күҙ алдына килтермәгән алдынғы ҡарашлы уҡытыусы 1-се Аҡъяр урта мәктәбенә биология уҡытыусыһы булып эшкә күсә һәм уға уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары вазифаһы йөкмәтелә.
24 йыл эшләү дәүерендә Лилиә Абдуллина һәр баланың һәләтен үҫтереүгә, уны бар яҡлап асырға юлдар таба. «Әлбиттә уҡытыусының эше ҡатмарлы һәм тынғыһыҙ. Шулай ҙа белем алырға ынтылған, һәр дәреслеккә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараған балалар менән эшләүе күңелле. Һәр бала айырым шәхес, уларҙың һәләтен ваҡытында күрә белергә һәм үҫтергә кәрәк. Уҡыусыларымдың уңышынан көс алам», - ти тәжрибәле уҡытыусы Лилиә Вәхит ҡыҙы. Эйе, был ысынлап та шулай, уның уҡыусылары район, төбәк-ара, республика, Рәсәй конкурс-олимпиадаларында даими рәүештә еңеүсе һәм призлы урындар яулай. Шулай уҡ сығарылыш уҡыусылары Төп дәүләт һәм Берҙәм дәүләт имтихандарын юғары балға тапшыралар. Был да Лилиә Вәхит ҡыҙының алдына алған, иңенә йөкмәтелгән эшен еренә еткереп башҡарыуы хаҡында һөйләй. Бына нисә йыл инде ул ТДИ һәм БДИ-ға әҙерләүҙә яуаплы администратор булып тора, имтихандарға ҡағылышлы эштәрҙе юғары профессиональ кимәлдә алып бара. Өҙлөкһөҙ үҙ белемен камиллаштырған Лилиә Абдуллина мәктәп, район методик ултырышында сығыш яһап, бай тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Һәр ваҡыт иғтибарлы булған, талапсан, ғәҙел, оҫта етәксене коллегалары ла, ата-әсәләр ҙә ихтирам итәләр.
Тәжрибәле уҡытыусының юғары хеҙмәте Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары, дипломдар менән билдәләнгән. Үҫеп килгән быуынды уҡытыу һәм тәрбиәләү өлкәһендә өлгәшкән уңыштары өсөн БР мәғариф министрлығының Почет грамотаһы һәм «Башҡортостан Республикаһы мәғариф отличнигы» билдәһе тапшырылған.
Эшенән уңған ҡатын өлгөлө әсәй ҙә ул. Ҡыҙы Наҙгөл М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тик яҡшы билдәләренә тамамлап, район хакимиәтендә уңышлы эшләп йөрөй. Уҙған йылда һөйгән йәре менән ҡауышып, матур ғаилә ҡороп ебәргәндәр. «Ҡыҙым өлгө алырлыҡ әхирәтем дә, фәһемле кәңәштәрен бирерлек серҙәшем дә, һәр яҡлап терәк-таянысым да», - ти бәхетле әсәй.
Юғары педагогик оҫталыҡҡа эйә булған, бөтә булмышын киләсәк быуынға төплө белем биреүгә бағышлаған Лилиә Вәхит ҡыҙына һәләтле, тырыш, әҙәпле уҡыусылар, юғары үрҙәр һәм ғаилә именлеге теләйбеҙ. Хеҙмәте маҡтауға лайыҡ уҡытыусыға киләсәктә лә уҡыусыларының уңышынан көс алып, ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшергә насип булһын!